Бөгөн Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан Өфөлә локаль бәрелештәр ветерандары «Ҡайғырыусы әсә» һәйкәленә сәскә һалды. Республиканың төрө төбәктәренән килгән ир-егеттәр тантаналы йыйылышта ҡатнашты, яу ҡырында ятып ҡалғандарҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйеп, бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары тиҫтә йылдан ашыу июлдең тәүге көнөн «Ҡайғырыусы әсә» һәйкәле янында ҡаршылай. Афған, Чечен һуғышын үткән ир-егеттәр яуҙаштары менән осраша, хәрби бәрелештәрҙән иҫән ҡайта алмаған дуҫтарын иҫкә ала. Рим Рәжәповҡа хәрби хеҙмәт юлын Афған һуғышында үтергә килә. Ул бәрелештәрҙең береһендә командирын һәм яҡын дуҫын юғалта.

Башҡортостанда 25 меңдән ашыу хәрби хәрәкәттәр ветераны йәшәй. Улар йәмәғәт ойошмаларына берләшеп, йәш быуынды патриотик тәрбиәләүгә өлөш индерә, шулай уҡ Донбасҡа гуманитар ярҙам илтеүҙә ҡатнаша. Иҫтәлекле көн уңайынан «Ҡайғырыусы әсә» һәйкәленә Баһаутдиноватар ғаиләһе менән килгән.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө уңайынан Первомайский паркында Ватанды һаҡлаусылар мемориалына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Сарала ил һаҡсыларын тәрбиәләүәсе әсәләргә айырыуса иғтибар бүленде, урында «Герой әсәһе» тип аталған фотокүргәҙмә ойошторолған.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө Рәсәйҙә 2009 йылдан алып билдәләнә. Әлегә рәсми статусы булмаһа ла, был дата йыл һайын илебеҙҙә билдәлелек яулай бара. Ватан һаҡсыларын иҫкә алыу көнө киләсәктә календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнер тигән өмөт бар

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ