БДМУ-ла урология һәм онкология клиникаһында өҫтөнлөклө проекттарға арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Башҡорт дәүләт медицина университетының урология һәм онкология клиникаһында өҫтөнлөклө проекттарға арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Табиптар, ғалимдар, студенттар ҡатнашлығындағы һөйләшеүҙә Вена медицина университеты профессоры Рудольф Валента ҡатнашты.

Башҡорт дәүләт медицина университетының урология һәм онкология клиникаһы заманса технололгиялар менән йыһазландырылған медицина үҙәге. Бында ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү, фәнни асыштар яһау, заманса дауалау алымдар ҡулланыу өсөн тулы шарттар булдырылған. Клиникала яңы препараттар уйлап табыу буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙә лә үҫеш юлдары, өҫтөнлөклө проекттар тураһында һүҙ барҙы. Австрияның Вена медицина университеты профессоры Рудольв Валента клиниканың кимәлен юғары баһаланы. Бында һәр пациентҡа шәхсән дауалау терапияһы, туҡланыу менюһы, реабилитация тураһында һүҙ бара. Онкология осрағы булғанда был исемлеккә химия терапияһы ла өҫтәлә.

Персоналаштырылған медицина, йәғни һәр пациентға шәхсән ҡараш тураһында һөйләйбеҙ икән, бында кешенең генетика үҙенсәлектәре лә, йәшәү рәүеше лә иҫәпкә алынырға тейеш. Дауалау үҙ һөҙөмтәһен бирһен өсөн дарыуҙарҙы ла, дауалау алымдарын да махсус һайлау мотлаҡ. Беҙҙең клиника ошо йүнәлештә эшләй, әммә эшмәкәрлекте камиллаштырыу өсөн асыштарыбыҙҙы рәсми теркәү шарт

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры

Рәсәйҙең бер нисә медицина университеты менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа был өлкәгә ныҡлы иғтибар бирелеүе һөйөндөрә, сөнки һәр дәүләттең төп байлығы-һау сәләмәт кешеләр. Был аҙнала Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары, студенттары менән осраштым. Уҡыу йортонда белем биреү кимәле бик юғары. заманса технологяилар әүҙем ҡулланыла.

Рудольф Валента, Вена медицина университеты профессоры, Австрия
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ