Геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алырға уларҙың яҡындары, урындағы халыҡ һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары йыйылды. Исемдәре мемориаль таҡтаташҡа уйып яҙылған хәрбиҙәрҙең береһе Хөсәйен Азамзод. Ул быйыл мартта контракт төҙөгән булған. Яҡташыбыҙ һуңғы тамсы ҡанына тиклем көрәшә һәм Ватанды һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Ҡыҙғанысҡа, хәрбигә тыуған еренә иҫән-һау ҡайтырға насип булмай.
Мемориалдар тағы ла 13 һалдатҡа бағышланған. Улар хәрби бурысын үтәүҙе барыһынан да өҫтөн ҡуйған. «Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына» һәйкәле Бөрө ҡалаһының 1-се мәктәбе алдында урынлашҡан. Тантанаға ветерандар һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләре генә түгел, мәктәп уҡыусылары ла килде. Хәҙер мемориаль таҡтаташтар геройҙарыбыҙҙың батырлыҡтарын мәңге хәтерҙә тотасаҡ.



