Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ҡатлы йорттарҙа төҙөкләндереү барышы менән таныштырҙылар. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, подъезд ремонтлар алдынан ҡыйыҡты йүнәтергә кәрәк.
Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн яуаплы төбәк операторы фонды етәксеһе Павел Сафонов Республика Башлығы тәҡдимен хупланы. "Киләһе йылдарҙа ҡыйыҡты йүнәтеү эшенә күберәк иғтибар буласаҡ", - тине ул.
Быйыл программа буйынса 656 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәрелә. Уның барышында подъездар тәртипкә килтерелә, лифтар алмаштырыла, ҡыйыҡтар йүнәтелә.







