Мәртәбәле сара Баймаҡ районында 11-13 августа үтә. Фестивалгә Ҡаҙағстан, Төркиә, Әзербайжан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән вәкилдәр килергә теләк белдергән. Сара барышында “Ҡымыҙфест” байрамы, “Ылаҡ” һәм “Тайтулаҡ” милли ярыштары, “Оҫталар ҡаласығы” кәсепселәр майҙаны эшләй. Ат парадында төрлө райондарҙан 350-нән ашыу һыбайлы ҡатнашасаҡ.







