Республикала “үтә насар юлдар”ҙы ремонтлау программаһына 12 объект өҫтәлгән

Уларҙың суммаһы 829 миллион һум. Транспорт һәм юл хужалығы министры  Александр Клебанов хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе.

Республикала “үтә насар юлдар”ҙы ремонтлау программаһына 12 объект өҫтәлгән

“Проблемалы юлдар” республика программаһы быйыл булдырылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был башланғыс тураһында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәте барышында белдерҙе.  Үтә насар юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн йыл һайын 4 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала. Исемлек халыҡ ялыуҙары нигеҙендә төҙөлә.  Александр Клебанов әйтеүенсә, тәүгеләрҙән булып яңыртылған объекттар файҙаланыуға тапшырылған. Улар - Яугилде-Суртанкүл автотрассаһы участкаһы һәм Күгәресен районы Мораҡ ауылындағы Титов һәм Хоҙайбирҙин урамдары.  

Фото №1 - Республикала “үтә насар юлдар”ҙы ремонтлау программаһына 12 объект өҫтәлгән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ