Тәү сиратта проблемалы урындар төҙөкләндерелергә тейеш. Радий Хәбиров халыҡтың үҙәгенә үткән юлдарға иғтибар итергә ҡушты. Башҡортостанда оҙаҡ ваҡыт ремонтланмай һәм халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырған юлдар байтаҡ. Уларҙы тәртипкә килтереү өсөн республикала махсус программа ла эшләй башланы. Уға ярашлы, быға тиклем иғтибарһыҙ ҡалған ауыл һәм район-ара юлдар төҙөкләндерелә. Барлыҡ таушалған юлдарҙы тәртипкә килтереү өсөн унар миллиардлап аҡса талап ителә, әммә беҙ был эште системалы рәүештә башҡарарырға тейешбеҙ, тине Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров дауам итә.
Кушнаренко районының Әхмәт ауылы халҡы өсөн хәҙер иң мөһиме йортта һауа торошо яҡшы булһан. Ә урамдағыһы бер ни түгел. Сөнки ямғырҙан һуң үткеһеҙ булып батҡаҡланған урамда юл яңыртыла. Халыҡ ремонт талап итеп оҙаҡ ваҡыт урындағы властарға мөрәжәғәттәр яҙҙы. Ниһайәт, төҙөкләндереү эштәре башланды. Әхмәттә километр тирәһе юл һалынасаҡ.
Тәү сиратта ремонтланырға тейеш юлдарҙы тәртипкә килтереүгә республикала өҫтәмә 4 миллиард һум аҡса бүленгән. Был күләмгә 182 километр юлды яңыртыу ҡаралған.
Барлыҡ таушалған юлдарҙы тәртипкә килтереү өсөн унар миллиардлап аҡса талап ителә, әммә беҙ был эште системалы рәүештә башҡарарырға тейешбеҙ, тине Радий Хәбиров .
Республика етәксеһе төҙөкләндерелгән юлдарҙы тәртиптә тотоу мөһимлеген дә телгә алды. Ҡайһы бер райондарҙа автомобиль юлдары бер йылға ла түҙмәй. Бигерәк тә йөк ташыусы транспорт күпләп йөрөгән ерҙәр тиҙ таушала. Радий Хәбиров бындай участкаларҙа ауырлыҡты үлсәү ҡоролмалары урынлаштырырға тәҡдим итте.
Әле республика юлдарында 13 ауырлыҡ һәм габарит үлсәү ҡоролмалары урынлаштырылған. Йыл аҙағына тиклем көнъяҡ райондарҙа тағы ла өс автоматлаштырылған комплекс ҡуйыласаҡ. Был берҙән юлдар торошон контролдә тотһа, икенсенән шул уҡ трассаларҙы тәртипкә килтереүгә өҫтәмә аҡса. Сөнки ауыр тейәгән өсөн һалынған штрафтар тулыһынса юл төҙөлөшөнә тотонола.
Айнур Кәбиров



