Радий Хәбиров: «Ҡыйыҡ тишек була тороп подъездарҙы матурлау килешмәй»

Ҡыйыҡ тишек була тороп подъездарҙы матурлау килешмәй. Радий Хәбиров күп ҡатлы йорттарға капиталь ремонт яһау программаһын объектына ҡарап төҙәтмәләр индерергә ҡушты. Юғиһә, планға ярашлы подъездар ремонтлана, ә шул уҡ ваҡытта ҡыйыҡтан һыу ағып тороуы ихтимал.

Быйыл программаға ярашлы 656 күп ҡатлы йортта 6 миллиард ярым һумға ремонт яһала. Әле төҙөкләндерелергә тейеш дөйөм күләмдең етмеш процентында эштәр бара. Радий Хәбиров был эштә лә халыҡ фекерен ишетергә һәм кәғәшләшеп эшләү кәрәклеген иҫкәртте.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ