Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан замандаштарыбыҙҙы тәбрикләне

Юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнгән яугирҙар әле ялда, әммә тиҙҙән уларҙың күбеһе йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.

Марат Исхаков уттан тере сыҡҡан яугир. Красный Лиман ҡалаһы өсөн алышта ул етәкселек иткән взвод дошман ҡамауында ҡала. Ике тәүлек дауамында улар фашистарҙың ҡыҫымын тотоп тора, позицияларын ҡалдырмай. Марат яуҙа ҡаты яралана. Әле ул оборона министрлығы менән контрактын тултырып ҡайтҡан. Рәсәй Президенты Указы менән «Барс-20» ирекле отряды яугиры «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Марат Исхаковтың хеҙмәттәше Василий Волков та «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Бүләкләнеүселәр араһында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың медицина взводы командиры ла бар. Ул яу ҡырында күп тапҡыр ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалған.

«Шах» ҡушаматлы яугир ҙа Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Ул яңыраҡ ҡына ялға ҡайтҡан.

Башҡортостан Башлығы ике тиҫтәгә яҡын батыр яҡтабышыбыҙҙы бүләкләне. Ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенең төрлө урынында иңенә төшкән бурысын намыҫ менән үтәй. Һәр береһе тураһында дастан яҙырлыҡ, һәр береһе ҡаһарман.

Бүләкләү тантанаһында яугирҙарҙың яҡындары ла ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы улар менән яҡындан аралашты, борсоған проблемалары тураһында белеште.

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ