Эшкә урынлаш та, дәүләттән 50 мең һумдан ашыу матди ярҙам ал. Республикала адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһы тормошҡа ашырыла. Уға социаль контракт төҙөү ярҙамында дәғүә итергә мөмкин. Башҡортостанда йыл башынан мөмкинлек менән 700-ҙән ашыу кеше файҙаланып өлгөргән дә инде, урындар сикле. Матди ярҙам алыу шарттарын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина белә.
Дауаханаға килеп инеү менән, пациенттарҙы мөләйем йөҙлө ханым ҡаршылай. Наталья Никифорова медицина учреждениеһында бер йыл сервис хеҙмәттәре операторы булып эшләй. Һөнәр атамаһы сит, әммә эше билдәле: ханым пациенттарҙы теркәүҙән тыш, дауахана иҙәндәрен, тәҙрәләрен йыуа, биләмәлә сәскәләр ултырта. Инде пенсия йәшендә булһа ла, Наталья Никифорова хаҡлы ялға ашыҡмай: һөнәрем бик оҡшай, ти. Хатта интервью ваҡытында ла эшенән өҙөлмәй.
Наталья Никифорова дауаханаға республика программаһы аша эшкә урынлашҡан. Дилара Бәхтийәрова кеүек үк. Ханым бында өсөнсө ай шәфҡәт туташы. Мохтаждарға ярҙам итеү тәжрибәһе ҙур: ҡарттар, етемдәр йортонда эшләй. Һуңғы 15 йылда инвалид улын тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Уколдар, дарыуҙар, массаж. Һуңғы көнөнә тиклем баланы аяҡҡа баҫтырырға тырышыу. Шуға ла ханым хатта өйҙә профессиональ күнекмәләрен юғалтмай.
Бөгөн Языков үҙәк район дауаханаһында адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһы сиктәрендә ике хеҙмәткәр эшләй. Өсөнсөһө ошо көндәрҙә документтарын әҙерләй.
Адреслы социаль ярҙамға эйә булыр өсөн, эш эҙләүсенең аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләнән булыуы, мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә тороуы шарт. Шул саҡта ғына матди ярҙамға дәғүә итергә мөмкин. Социаль контракт төҙөгәндән һуң, хеҙмәткәргә 4 ай дауамында 13 мең һумдан ашыу субсидия бүленә.
Рәзилә Ғиниәтуллина






