Балаҡатай районында рус йыры һәм таҡмаҡтарын башҡарыусыларҙың 17-се төбәк-ара байрамы үтте

Өс көн дауам иткән мәҙәни сара иң яҡшы сығыштар һайлап алынған гала-концерт менән тамамланды. Халыҡ байрамы тураһында тулыраҡ Гүзәл Борханова әҙерләгән яҙмала.

Рәсәй иленең бөйөклөгөн данлаған сығыштарҙы рус йыры һәм таҡмаҡтарын башҡарыусыларҙың гимны тип атарға ла мөмкин. 1989 йылдан район күләмендә башланған байрам хәҙер төбәк-ара статусҡа эйә. Ҙур сәхнәнән рус халҡының рухи мираҫын һаҡлаусыларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрик сәләме тапшырылды. Район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин фекеренсә, төбәк-ара байрам халыҡтарҙы берләштереү, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны ла.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Балаҡатай районы Шәкәрле ауылында тыуып үҫкән Валентина Топычканова мәртәбәле сараға ғаиләһе менән килгән.

Рус теле һәм мәҙәниәтен үҫтереү һәм һаҡлауға йүнәлтелгән сағыу байрамда сығыш яһау минең өсөн оло бәхет.Тыуған еремдән көс алып китәм.

Валентина Топычканова, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Ғаиләбеҙҙә бөтәһе лә рус йырҙарын яратып башҡара. Рус теле һәм мәҙәниәтенә һөйөү миңә әсәйемдән күскән.

Дарья Топычканова, Халыҡ-ара сәсәндәр конкурсы лауреаты

Яңы Балаҡатай ауылы янындағы аҡланда үткән байрамдың географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. Сағыу сара Башҡортостан мәҙәни тормошонан тыш, Рәсәй төбәктәре мәҙәни тормошонда ла мөһим урын биләй.

Һәүәҫкәр һәм профессиональ ижади коллективтар сығыштарын Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтының халыҡ йыры хоры кафедраһы профессоры Лира Шутова етәселегендәге абруйлы жюри баһаланы.

Төбәк-ара рус йыры һәм таҡмаҡтарын башҡарыусылар байрамына көслө коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар килгән. Уларҙың һәр береһенең үҙ йөҙө, башҡаларҙы ҡабатламаған репертуары бар. Беҙҙең маҡсат -ошо һәләттәр араһынан иң-иңдәрен асыҡлау.

Лира Шутова, Рус йыры һәм таҡмаҡтары төбәк-ара байрамының жюри рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Балаҡатай районында ойошторолған төбәк-ара байрам Башҡортостан республикаһының дәүләт телдәрен һаҡлауға, рус йырын үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға, традицион башҡарыу оҫталығын үҫтереүгә йүнәлтелде Йөрәк түренән сыҡҡан моңдарҙы тамашасы көслө алҡыштар менән тәрикләне. Силәбе өлкәһенән ике коллектив - «Поющие сердца» халыҡ хоры, «Сударушка» рус халыҡ йыр ансамбле һәм Балаҡатай районының «Берестиночка» фольклор ансамбле үҙ номинацияларында гран-при яуланы. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Аэлита Ғимазова, таҡмаҡ жанрында Владислава Хамченковаларҙың сығыштары гран-при менән баһаланды. Ҡыҙҙар икеһе лә Октябрьский музыка колледжы студенттары.

17-се төбәк-ара Рус йыры һәм таҡмаҡтары байрамында 400-ҙән ашыу кеше сәхнәлә сығыш яһаны Һәүәҫкәр коллективтар, танылған артистар үҙ сығыштарында уникаль мәҙәни мираҫты һаҡлау мөһимлеге һәм кәрәклеген еткерҙе.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ