«Патриот» хәрби-патриотик паркында «Геройҙар уҙышы» үтте

Республика ирекмәндәре «Патриот» хәрби-патриотик паркында йыйылды. 3 көн дауамында лагерҙа ҡатнашыусылар - әүҙем ирекмәндәр һәм хәрәкәтте ойоштороусылар үҙ оҫталыҡтарын һынай, йүнәлештең көнүҙәк трендтары менән таныша. Бөгөн йәштәр «Геройҙар уҙышы» тип аталған спорт ярышында ҡатнашты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова дауам итә.

Ирекмәндәр ике саҡрым ярым араны үтергә әҙерләнә. Изге йөрәкле йәштәр тормошта килеп сыҡҡан һынауҙарҙан ҡурҡмай, көн дә төрлө йүнәлештәге һорауҙарҙы хәл итә. Ә ярышта улар етеҙлеген, физик сыҙамлығын һынай. «Геройҙар уҙышы» трассаһында ирекмәндәрҙе 14 төр ҡаршылыҡ көтә.

Республика ирекмәндәре лагеры Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса быйыл тәүге тапҡыр ойошторолған. Сарала 250 ашыу кеше ҡатнаша, форум муниципаль ирекмәндәр штабы вәкилдәре уңыштарын билдәләү, оҫталыҡ дәрестәрен уҙғарыу, күләмле хәрәкәтте берләштереү маҡсатында ойошторолған. Лидерҙар араһында мәктәп уҡыусылары ла, пенсионерҙар ҙа бар.

Сара сиктәрендә ирекмәндәр бөгөн ил һағында торған хәрбиҙәрменән осрашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. Яугир махсус хәрби операцияһы биләмәһендә ирекмәндәр ярҙамы айырыуса тойола тип хәрби.

Ирекмәндәр ярҙамын тойоп хеҙмәт итәбеҙ, гуманитар ярҙам, балаларҙан хаттар булһынмы - һәр ваҡыт ҡыуанып ҡабул итәбеҙ. Уларға ҙур рәхмәт. Беҙгә алмашҡа аҡыллы йәштәр үҫә.

Илгиз

Республика ирекмәндәре күсмә лагеры программаһына спорт-һауыҡтырыу, мәҙәни- мәғариф саралары индерелгән. Изге эш башҡарыусы йәштәр һәм ололар ирекмәндәр өсөн республика лагеры матур йолаға әйләнер тигән өмөттә ҡала.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ