Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы старт алды

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мәрхәмәтлек сараһы 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым йыйыла. Әйберҙәр район-ҡалаларҙың «Ғаилә» үҙәктәрендә ҡабул ителә. Сарала ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Былтыр 20 меңдән ашыу балаға 18 миллион һумлыҡ әйбер тупланған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ