Йыл аҙағына тиклем сиратта тағы ла - 117 ауыл. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, был «һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» федераль проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһе. Уның буйынса 100-ҙән 500-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа мобиль элемтәнең база станциялары ҡуйыла.
Уларҙың ҡайҙа урынлаштырылыуын халыҡ үҙе билдәләй, тауыш биреү һәр көҙ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында үтә. Башҡортостанға быйыл - программала ҡатнашыусы тораҡ пункттар һаны буйынса иң ҙур квота бүленгән. Был проект 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Төбәктә йәшәүселәр мобиль элемтә һәм интернет менән тәьмин ителеүе өҫтөндә эште республика бюджеты иҫәбенә лә дауам итәсәкбеҙ, тип яҙған Башҡортостан Башлығы.






