Балаҡатай районында ирекмәндәр һәм юнармеецтар хәрәкәте махсус хәрби операциялағы егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә даими ярҙам ҡулы һуҙа. Районда күмәк халыҡ ҡатнашлығында үткән сараларҙа ла улар әүҙем ҡатнаша, махсус ялан штабы ойоштора. Яңы Балаҡатай ауылында тупланған ирекмәндәр эшмәкәрлеге хаҡында киләһе яҙмала.
Юнармееецтар хәрәкәтенә ҡушылыусылар араһында Тамерлан Рәхмәтуллин иң йәше, ул быйыл икенсе синыфты ғына тамамлаған. Үҫмерҙәр үҙҙәрен киләсәктә ышаныслы ил һаҡсылары итеп күрергә теләй. Ә әлегә улар хәрби әҙерлек үтә, мылтыҡты ваҡытҡа һүтеп йыя. Уларҙың һәр береһе күңеле һәм рухы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә теләкәшлек күрһәтә.
Балаҡатай районынан махсус хәрби операция биләмәһенә аҙна һайын гуманитар ылау ойошторола. Тиҫтәләп автомобиль, төнгө ҡарау приборҙары, мунса, аҙыҡ-түлек тупланмаһы, төҙөлөш материалдары, маскировка селтәрҙәре һалдаттарға тапшырылған. Район күләмендә үткәрелгән ҙур саралар барышында ла ирекмәндәр хәрбиҙәргә ярҙам ҡулы һуҙа.
Был парталар артында үҫмер ҡыҙҙар илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлаусы һалдаттарға йылы эстәлекле хаттар яҙа. Улар хәрбиҙәргә тыуған ер сәләмен, дәртләндереү һүҙҙәрен еткерә.
Балаҡатай районында ирекмәндәр хәрәкәте төрлө йәштәге 400 кешене берләштерә. Олоһо-кесеһе уҡыуҙан, төп эштәренән ҡалған буш ваҡыттарында һалдаттарға ярҙам итеп, илебеҙҙең хәрби ҡеүәтен арттырырға, еңеүҙе яҡынайтырға булышлыҡ итә.
Гүзәл Борханова






