Иглин районы Кәлтә ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Иван Ильичевҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Мемориаль таҡтаташ урындағы мәктәп бинаһына беркетелде. Сараға геройҙың ата-әсәһе, уҡытыусылары, барлыҡ ауылдаштары йыйылды. Кесе сержант Иван Ильичев былтыр сентярҙә һәләк булған. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнгән.
Матәм митингында юғары награданы геройҙың ата-әсәһенә Иглин һәм Нуриман райондары буйынса хәрби комиссар Вадим Дәүләтшин тапшырҙы. Митингта ҡатнашыусылар Иван Ильичевтың бәләкәйҙән кешегә ярҙамсыл, эшһөйәр, ышаныслы егет булып үҫеүен билдәләне. Ватанының ысын патриотын тәрбиәләгән ата-әсәһенә рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.



