Йыйын ике көн дауамында барҙы. Тәүге көндә «Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә йәш быуынға түңгәүер ырыуының шәхестәре нигеҙендә рухи байлыҡ, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү» фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Сара райондың Граф күле буйында тамамланды.
Баймаҡ районында Түңгәүер вәкилдәре Әбделкәрим,Ишбирҙе,Ишмөхәмәт ауыл биләмәләрендә күпләп йәшәй.Ырыу бәҫен,ғөрөф ‐ғәҙәттәрен, тарихын һаҡлаусылар был йыйында үҙҙәренең билдәле шәхестәре, түңгәүерҙәрҙең үткәненә һәм бөгөнгө йәшәйешенә арналған бай күргәҙмә тәҡдим итте.
Һабантуйҙа Хәйбулла,Йылайыр райондары ла тирмә ҡорҙо.Хәйбуллалар бар республикаға тәмле ҡороттары менән дан тота.Мәртәбәле сараға улар был милли ризыҡтың 15 тән ашыу төрөн алып килде.
Спорт, мәҙәни программа менән үрелеп барған сарала Түңгәүер ырыуы йыйынын ойоштороусылар билдәләнде. Улар рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ күсмә штандарт Хәйбулла районына тапшырылды. Тимәк, киләһе съезд Хәйбулла ерлегендә уҙасаҡ.
Туғанлыҡ ептәрен нығытыуға,халҡыбыҙ араһында берҙәмлек, татыулыҡ булдырыуға булышлыҡ иткән Түңгәүерҙәрҙең 5‐се йыйынында Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән, Белорет, Күгәрсен райондарынан һәм Ырымбур, Һамар өлкәләренән 100 яҡын делегат ҡатнашты.






