Иглин районы Пушкин ауылында ҡарттар һәм инвалидтар йорто асылды

«Мин бәхетле» тип исемләнгән өлкән йәштәгеләр өсөн пансионат тантаналы шарттарҙа Иглин районы Пушкин ауылында асылды. Сара ауылға нигеҙ һалыныуға 95 йыл тулыуға арналған байрам сиктәрендә үтте. Был көндө ауыл мәҙәниәт йорто алдында биҙәү-ҡул сәнғәте әйберҙәре күргәҙмәһе, халыҡҡа байрам концерты ойошторолдо.

Пушкинский ауылының 95 йыллығына арналған ваҡиғалар араһында ҡарттар һәм инвалидтар пансионаты асылыуы мөһим урын алып тора. Пансионат дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә ойошторолдо, унда өлкән йәштәгеләргә лайыҡлы ҡартлыҡ тәьмин итеү һәм ғүмерҙәрен оҙайтыу өсөн заманса йәшәү шарттары тыуҙырылған.

Лира Иғтисамова, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, финанс министры

Пушкинский ауылында пансионат булдырыу тураһындағы килешеүгә 2021 йылда уҡ ҡул ҡуйылған булған. Яңы учреждение һуңғы арала республикала өлкән йәштәгеләрҙе ҡарау өсөн ойошторолған бишенсе үҙәк. Пансионат 22 урынға иҫәпләнгән, уларҙың 11-е бюджеттан, ҡалған яртыһы коммерция нигеҙендә финансланасаҡ.

Бөгөн республикала стационар-социаль хеҙмәтләндереүгә 200 кеше сиратта тора. Төбәктә өлкән йәштәгеләр йылдан-йыл арта, тимәк, өлкәндәргә тормоштан ҡәнәғәтлек алып йәшәү мөмкинлеге биргән ошондай объекттарға ихтыяж да арта барасаҡ.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ