Ғафури районы Яугилде ауылында шәжәрә байрамы уҙҙы

Яугилде ауылында Искәндәрҙең вариҫтарын йыйыу осраҡлы түгел, ошо төйәктә төпләнеүселәрҙең күбеһе уның вариҫтары. Ҡор бер тамырҙан сыҡҡан туғандарҙы таныштырыу аралаштырыу маҡсатында ойошторолған. Йыйынға илдең, республиканың төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар килде, улар араһында билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә, ғалимдар ҙа, журналистар ҙа, сәхнә оҫталары ла бар.

Шәжәрә байрамы ауылдың иң йәмле урындарының береһе - Ҡолош шишмәһе буйында уҙҙы. Инеш 2 йыл элек «Атайсал» проекты буйынса төҙөкләндерелгән. Искәндәр нәҫеле вәкилдәре үҙҙәре лә Ҡолош тирәһен тәртипкә килтереүгә тос өлөш индергән. Ауыл халҡы ҡороған ағастарҙы ла ҡырҡып, таҙартҡан

Шәжәрә байрамында ҡатнашыусылар яу һәм тыл ҡаһармандарының иҫтәлеген мәңгеләштергән һәйкәлгә сәскә һалды, бай йөкмәткеле концерт программаһын тамаша ҡылды, спорт ярыштарында, милли уйындарҙа ҡатнашты.

Ауылдың уңған ғаиләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Иң матур йорт, ихата хужалары, бай баҡса үҫтереүселәр, ҡул эштәре оҫталары билдәләнде. Яңы өйләнешкән, оҙайлы йылдар бергә йәшәгән парҙар, нәҫелдең иң оло аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре тәбрикләде. Йыйын тарихи мәғлүмәттәргә, иҫтәлекле осрашыуҙарға, йылы тәьҫораттарға бай булды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ