Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр туғандары шифаханала һаулығын нығыта ала

Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта санаторий-курорт хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләһе ҡаралды. Программаға ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар шифаханала бушлай ял итә ала. Быйыл 156 кеше шундай мөмкинлек менән файҙаланған. Программаға үҙгәрешкә ярашлы, яуҙа һәләк булған хәрбиҙең ҡатыны йәки ата-әсәһенең береһе шифаханала түләүһеҙ дауаланып сыға ала. Бының өсөн 60 мең һум бүленә. Программала республикалағы 11 шифахана, профилакторий һәм ял йорто ҡатнаша.

Фото №1 - Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр туғандары шифаханала һаулығын нығыта ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ