“Аргументы недели в Башкортостане” газетаһы мөхәррире Сергей Кудряшев шулай тип белдерҙе. Ул республика журналистар берлеге делегацияһы менән Донбаста булып ҡайтты. “Красный Луч ҡалаһындағы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге мәктәп уҡыусылары менән аралаштыҡ. Улар беҙҙең республика уҡыу йорттарында белем алырға ниәтләй. Диплом алғас, бында эшкә ҡалыу тураһында хыяллана”, - тине Сергей Кудряшев.
Башҡортостан вәкилдәре Луганскиҙа өмәләр ойоштора. “Яҡташтарыбыҙ яңы төбәк халҡына яҡшы өлгө күрһәтә”, - ти Сергей Кудряшев.







