Радий Хәбиров Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһендәге Попечителлек советы ултырышын үткәрҙе

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе ҙур көмөш миҙал менән бүләкләнде. Был йәмғиәттең иң юғары наградаһы һәм ул юғары ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Башҡортостан илдә миҙалды яулаусы өсөнсө төбәк.

Был турала Радий Хәбиров Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ултырышында белдерҙе. Йыллыҡ һөҙөмтәләр һәм үҫеш юлдары барланған кәңәшмәнән Айнур Кәбиров репортажы.

Әле күптән түгел генә Архангел районындағы Аҫҡын мәмерйәһе таш быуат кешеләренән нисек ҡалған шул килеш кенә ине. Хәҙер иһә ул тулыһынса йыһазландырылған туристар мәккәһенә әйләнә бара. Былтыр мәҫәлән, боҙ мәмерйәһен 12 меңдән ашыу кеше барып күргән .Был турист маршрутын хәҙер оло йәштәгеләр, хатта мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә асыҡ. Шул уҡ ваҡытта мәмерйәне киләсәк быуынға ла шул килеш тапшырыу өҫтөндә ҙур эштәр атҡарыла.

Аҫҡын мәмерйәһенең хәҙерге торошон Рус география йәмғиәтенең иң ҙур проекттарының береһе тиергә мөмкин. Ә проекттар бик күп. Йәмғиәттең төбәк бүлексәһе 15 йүнәлеш буйынса эшмәкәрлек алып бара. Яңы турист маршруттары , ял итеү локациялары барлыҡҡа килә, экспедициялар ойошторола. Уларҙың барыһы ла тәбиғәтте һаҡлау, тирә-яҡты өйрәнеү, киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатынан сығып башҡарыла.

Попечителдәр советы ултырышында сығыш яһап Радий Хәбиров Башҡортостан Рус география йәмғиәтенең иң яҡшы ун төбәк бүлеге исемлегенә инеүен белдерҙе. Урындағы бүлексәләр һаны буйынса республика тәүге урында. Улар беҙҙә 69 . Шуға күрә башҡарылған эштәр күләме лә байтаҡҡа күберәк.

Республика етәксеһе Арктикаға экспедиция менән барыу ниәтенән дә баш тартмауын белдерҙе. Был башланғысты ул киләһе йыл планына индерергә тәҡдим итте. Бынан тыш ул география уҡытыусыларының сираттағы слетын «Патриот» паркында уҙғарыу теләген әйтте. Ә бына Аҫҡын мәмерйәһенә төшөү өсөн баҫҡыс яҡын арала эшләнә башларға тейеш, тине Радий Хәбиров алда көтөлгән проекттарҙы барлап.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ