Мәғлүмәт фронты киңәйә. Республика баҫма һәм электрон матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәренең махсус хәрби операция биләмәһенә сәфәре тамамланды. Алғы һыҙыҡҡа командировка Башҡортостан журналистар берлеге тарафынан ойошторолдо. Ун көн эсендә хәбәрселәр, тәү сығанаҡтан мәғлүмәт тупланы. Махсус хәрби операция биләмәһендә тупланған материал, дошман таратҡан фейктарға ҡаршы төп ҡорал буласаҡ, - тигән фекерҙә Башҡортостан журналистары. Яу ҡырынан ҡайтҡан коллегаларыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.
Барып, күреп, йөрәк аша үткәреп. Башҡортостан журналистарының Донбасҡа сәфәрен ҡыҫҡаса шулай һүрәтләргә мөмкин. Мәғлүмәт десанты республика һәм район гәзит -журналдары, «Башинформ» агентлығы һәм «Юлдаш» радиоһы хәбәрселәренән торҙо. Маҡсат окоп тормошон үҙ күҙебеҙ менән күреү, Башҡортостан батырҙарын һүҙебеҙ менән дәртләндереү ине ти, республика журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаҡов. Алғы һыҙыҡҡа журналистар яугирҙар өсөн дрондар ҙа алып барған.
Коллегаларыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары һалдаттары, шулай уҡ мобилизацияланған ир-егеттәр менән осрашҡан. Яуҙа яһалмалылыҡҡа урын юҡ. Алғы һыҙыҡта илебеҙҙең ысын илһөйәрҙәре,-тигән фекерҙә «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин. Ул да журналистар десанты составында махсус хәрби операция биләмәһенә барған. Маҡсатым яңы әҫәрем өсөн геройҙар эҙләү ине, баҡтиһәң, алғы һыҙыҡтағыларҙың барыһы ла батырҙар икән, - ти Мөнир Ҡунафин.
Матбуғат десантындағы иң йәш хәбәрсе «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре, «Сәләм» тапшырыуы алып барыусыһы Венер Фәйзуллин. Махсус хәрби операция биләмәһенә сәфәр донъяға ҡарашымды үҙгәртте, - ти Венер.
Донбасҡа сәфәр ҡылған журналистарҙың барыһы ла әле махсус операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгән, Республика Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа тәрән ихтирамын һәм рәхмәтен белдерә. Сәфәрҙе ойоштороуҙан тыш, журналистар төркөмөнөң именлеген тәьмин итте, хәрби окоптарҙа ла теүәл һәм дөрөҫ мәғлүмәт тупларға мөмкинлек бирҙе, ти коллегалар. Интернетта төрлө фейктар таралған дәүерҙә был айырыуса мөһим. Дөрөҫлөктө күрһәтә һәм уны ялғандан өҫтөн ҡуя белгән генә яу ҡырында ла еңеү яулаясаҡ.
Рафиҡ Әхмәтшин






