Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды

Башҡортостан Хөкүмәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды. Ведомство-ара комиссия ултырышында төп иғтибар «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә йүнәлтелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, филиал быйыл 31 майҙа асылғайны.

Унда «Берҙәм тәҙрә» форматында хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә юридик һәм социаль һорауҙар буйынса консультациялар уҙғарыла. Мөрәжәғәт итеүселәргә ветеран статусын биреүҙә, эшкә урынлашыуҙа, медицина ярҙамы алыуҙа, реабилитация үтеүҙә ярҙам күрһәтелә.

Ведомство-ара ултырышта дәүләт фондының төбәк бүлексәһе Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Сибай ҡалалары хакимиәттәре менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөнө. Муниципалитеттар менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында эшсе төркөм ойоштороу ҡаралған. Партнерҙар һаны артасаҡ. Әйткәндәй, филиал эшен махсус әҙерлек үткән социаль координаторҙар алып бара.

Республикала бөгөн 40 социаль координатор эшләй, уларҙы тағы ла арттырыу планлаштырылған. Тәүмаҡсат - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә бөтә мәсьәләләр буйынса адреслы ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу.

Лира Иғтисамова, Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Финанс министры

Сибай ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге март айында ойошторолғайны. Был эшкә бик күп йәмәғәт ойошмалары ҡушылды. Инвалидтар йәмғиәтенән дә ярҙам ҡулы һуҙыуҙары ҡыуаныслы күренеш. Барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Берҙәмлектә көс.

Гүзәл Ишемғолова, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ