Башҡортостандың Милли музейында «Ат иле» күргәҙмәһе асылды

Мифологик, символик, сюрреалистик. Ат образын төрлө формала «Ат иле» күргәҙмәһендә күререгә була. Күләмле экспозиция бөгөн Республика Милли музейында асылды. Музей залында Башҡортостандан тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Хакас, Алтай, Дағстан республикаларынан килгән 70-кә яҡын ижади эш урын алған. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Ат образы һәм каллиграфия. Һирәк осрай торған ижади күренеш. Ғөмүмән, беҙҙең республикала был сәнғәт төрө менән шөғөлләнеүселәр күп түгел. Йәмил Әхмәтвәлиев - шуларҙың береһе. Һөнәре буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы үҙенсәлекле яҙма менән 15 йылға яҡын шөғөлләнә.

Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр генә күрмәй ир-егеткәй менән ат башы. Башҡорттоң бөтә үткән тарихи юлы ат менән бәйле. Ҡырҙа ғына түгел, яу яланында ла. Төрлө бәрелештәрҙә ҡатнашып, башҡорт тояҡлы юлдашы менән үлемһеҙ дан яулай. Әйтәйек, Наполеонға ҡаршы һуғышта. Бөйөк Ватан һуғышында ла Одер, Эльба һәм башҡа немец йылғаларында аттарын һуғара. Был халыҡ ижадында сағылыш тапмай ҡалмаған. Милли көйҙәр күргәҙмәне асыу тантанаһында ла яңғыраны.

Күргәҙмәләге ижади эштәрҙә башҡорт аты ғына һүрәтләнмәгән. Бында Рәсәй ҡалаларынан, Хакас, Алтай һәм башҡа республикарҙан оҫталар эше ҡуйылған. Ошо халыҡтарға ла ат образы яҡын. Ижади эштәр төрлө жанрҙа һәм формала яһалған, әммә уларҙың барыһында ла хайуан берҙәй йылғыр һәм һомғол итеп һүрәтләнгән.

Күргәҙмә Республика Милли музейының 160 йыллығы уңайынан ойошторолған. Киләсәктә ул Башҡортостан район-ҡалалары, һуңынан башҡа ил төбәктәрендә лә күрһәтеләсәк. Тәүге күргәҙмә Баймаҡ районында үтәсәк. Әйткәйндәй, ул, 11 август райондың Граф күле буйында «Башҡорт аты» фестивале сиктәрендә уҙа.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ