Башҡортостанда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә миҙалдар тапшырыла

Байрам уңайынан оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар бүләкләнә. 70 ғаиләгә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тигән миҙал бирелә. 8 июлдә төп саралар Бөрөлә уҙа. Ҡалала ғаилә фестивале ойошторола. Уның барышында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы үтә. Майҙанда күңел-асыу саралары уҙғарыла, оҫтаханалар эшләй, милли аш-һыуҙарҙан ауыҙ итергә була. Байрамға ижади ғаилә Марина һәм Дмитрий Харатьяндар саҡырылған.

Фото №1 - Башҡортостанда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә миҙалдар тапшырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ