Башҡортостанда “АМКОДОР-АҒИҘЕЛ” компанияһы эшләргә рөхсәт алды

Республика Хөкүмәтендә “Алға” махсус иҡтисади зонаһының эксперт советы ултырышы уҙҙы. Унда биләмәнең бишенсе майҙансығында эшмәкәрлек алып барыу мәсьәләләре ҡаралды. Махсус иҡтисади зонаға “Өфө” индустриаль паркы ҡушылды. Бында “Амкодор-Ағиҙел” заводы урынлашҡан. Ул Беларусь компанияһы ярҙамында төҙөлдө. Ойошмала ауыл хужалығы ҡорамалдары етештерелә. Проект 1,1 миллиард һумға баһалана, 250 кешегә эш урыны була. Бөгөнгә Өфө янында эшләү өсөн тағы 5 резидент менән ниәттәр килешеүе раҫланған.

Фото №1 - Башҡортостанда “АМКОДОР-АҒИҘЕЛ” компанияһы эшләргә рөхсәт алды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ