«Башҡортостан биләмәһендә ойошма килеменә һалым буйынса инвестиция һалым аҡсаһын тотоп ҡалыуҙы ҡулланыу тураһында» законға үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Документҡа ярашлы, һалым преференциялары мең кешенән аҙыраҡ йәшәгән ауылдарҙа, социаль әһәмиәтле инфраструктура объекттарында, төбәк һәм муниципаль-ара кимәлдәге дөйөм ҡулланыштағы юлдарҙа элемтә хеҙмәтен үҫтергән операторҙарға билдәләнгән. Льгота Башҡортостан Хөкүмәте менән 2023-2025 йылдарға тейешле инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуға килешеү төҙөгән компанияларға бирелә.






