Өфөлә Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы вуздарының 9-cы Йәйге универсиадаһын асыу тантанаһы үтте

Өфөлә Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы вуздарының 9-cы Йәйге универсиадаһын асыу тантанаһы үтте

Күләмле сарала илдең 29 төбәгенән ярты меңдән ашыу спортсы ҡатнаша. Улар баскетбол, волейбол һәм еңел атлетикала көс һынаша. Башҡорт дәүләт аграр университеты универсиаданы өсөнсөгә ҡабул итә. Быға тиклем ҡышҡы уйын да ойошторолған. Сираттағы Универсиаданы ябыу тантанаһы 9 июлгә билдәләнгән.

«Агробелем» ассоциацияһы Рәсәйҙең 54 юғары уҡыу йортон берләштерә. Калининградтан алып Уссурийскҡа тиклем - география ҙур. Федераль ведомство менән берлектә ойошторолған саралар Башҡортостанда һәр ваҡыт юғары кимәлдә үтә. Бындай спорт ярыштары бик мөһим - университеттар араһында хеҙмәттәшлек ептәре нығый, студенттар араһында иң көслөләр асыҡлана.

Виктор Бердышев, «Агробелем» ассоциацияһы генераль директоры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ