Компанияға ҡарата Межгорье прокуратураһы тарафынан тикшереү уҙғарылғайны. Предприятие графикты иңҡар итеп, бер аҙнаға яҡын ҡалалағы контейнер майҙансыҡтарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарҙы сығармаған. 250 мең һум штрафтан тыш, компания етәкселегенә күрһәтмә лә йүнәлтелгән. Күҙәтеүсе орган башлаған эштән һуң етешһеҙлектәр бөтөрөлгән.




