Башҡортостанда ҡулланыусылар кооперативтары эшмәкәрлегенең дөйөм күләме артты

Башҡортостанда ҡулланыусылар кооперативтары эшмәкәрлегенең дөйөм күләме артты

2022 йылда Башҡортостанда ҡулланыусылар кооперативтары эшмәкәрлегенең дөйөм күләме 6 миллиард ярым һумдан ашҡан. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, үҫеш - 7,1 процент. Был йәһәттән инвестициялар 240 миллион һум тәшкил итә. Шуға ҡарамаҫтан беҙгә, әлбиттә, үҫешергә урын бар, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Республика халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Әммә барып етеүе ҡатмарлы булған тораҡ пункттар бар, кооперативтар - етештереүселәр һәм һатып алыусыларҙың үҙ-ара эш итеүенең мөһим һәм берҙән-бер дөрөҫ формаһы. Ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәр ҙә урындағы етештереүселәрҙән яңы аҙыҡ-түлек һатып алыу менән ҡыҙыҡһына.

Етештереүселәр кооперативтарға берләшкәндә, уларға магазин кәштәләренә эләгеү еңелерәк тип билдәләгән Башҡортостан башлығы. Республикала кооперацияны үҫтереү өсөн бер нисә сара күрелгән. Мәҫәлән, былтыр ауылдағы ҡулланыусылар йәмғиәттәре һәм союздары өсөн ойошмаларҙың мөлкәтенә һалым түләү буйынса ставкаларҙы 0,5 процентҡа тиклем кәметеүгә өлгәшелгән. Беҙҙең Башпотребсоюздың потенциалы юғары. Бөгөн был структурала 3 мең кеше эшләй тип яҙған төбәк башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ