Әле ул формалашыу дәрәжәһендә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ведомости» эшлекле баҫмаһына биргән интервьюһында ошо хаҡта һөйләне.
Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе булып, махсус операцияға тиклем үк пилотһыҙ осоштар өсөн эксперименталь хоҡуҡи режим алды. Радий Хәбиров радиоэлектрон кластер булдырыу өсөн ғариза тураһында һөйләне, унан һуң республика финанслау алырға һәм объект төҙөй башларға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә төрлө класлы пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереү буйынса Ҡытай һәм Белоруссия предприятиелары эшләй. Улар бер нисә продукция тәҡдим иткән һәм хәҙер сериялы етештереүгә сығырға ниәтләй.
Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында граждандар авиацияһы өсөн БАС-200 осоу аппаратының презентацияһын да билдәләне. Бөгөн ул Өфө фән һәм технологиялар, шулай уҡ нефть университеттары базаһында эшләнә. Бәләкәй предприятиеларҙа коптерҙарҙы йыйыусылар һәм алғы һыҙыҡҡа ебәреүсе төркөмдәр барлыҡҡа килә, тине Башҡортостан Башлығы.



