Республика ведомство-ара комиссия ултырыштары сиктәрендә эре компаниялар менән хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә ойошторолған сираттағы эшлекле осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров менән «Ростех» дәүләт корпорацияһының авиация кластеры индустрия директоры Анатолий Сердюков ҡатнашты. Ултырышта предприятиеның етештереү ҡеүәтен арттырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Шулай уҡ рәсми ҡунаҡтар производство майҙансыҡтарын һәм яңы төҙөлөш объекттарын ҡараны.

«Ростех» авиация комплексының етештереү-уҡытыу үҙәгендә булды. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған учреждениела ике меңгә яҡын кеше һөнәр үҙләштерә. Уҡытыу барышында өҫтөнлөк практикаға бирелә. Теоретик дәрестәр программаның 30 процентын ғына биләй. Әйткәндәй, 2025 йылда республика иҡтисады һәм сәнәғәте үҫеше флагманы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылай. Күләмле датаны юғары кимәлдә уҙғарыу планлаштырылған.

Осрашыу сиктәрендә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте һәм республика иҡтисады үҫешенә тос өлөш индергән өсөн «Ростех» дәүләт корпорацияһының идарасы директоры Александр Артюхов Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ