Хәрби эшелон составы Чита ҡалаһына юлланды. Унда яҡташтарыбыҙ ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
«Славянканың хушлашыуы» маршы аҫтында күтәреңке рухта егеттәр вагондарға урынлаша. Көн эҫе, ә юл - алыҫ. Яңы хәрби хеҙмәткә алыныусы 400 һалдат Чита ҡалаһына юллана. Улар ҡоро ер ғәскәрҙәренең төрлө частарендә хеҙмәт итәсәк.
Эшелондың шәхси составын туплау өсөн күрше төбәктәрҙән дә хәрби хеҙмәткә алыныусылар ебәрелгән. Улар менән бер сафта курсташтар, хатта класташтар ҙа бар. Бергә хеҙмәт итеүе - күңелле булыр һәм ваҡыттың үтеүе һиҙелмәҫ, тигән өмөттә улар.
Өфө тимер юлы вокзалына берәүҙәр улдарын, ҡустыларын һәм дуҫтарын оҙатырға ағылды. Һәр кемдең теләге имен-һау йөрөп ҡайтып, теүәл бер йылдан һуң ошо урында осрашыу.
Хәрби комиссариаттан иҫкәртеүҙәренсә, яҙғы саҡырылыш кампанияһы махсус хәрби операция менән бер нисек тә бәйле түгел. Алдағы йылдарҙағы кеүек һалдаттар билдәләнгән ваҡытта өйҙәренә ҡайтарыласаҡ.
Яҙғы саҡырылыш 15 июлгә тиклем дауам итә. Башҡортостан йылдағыса 5 меңдән ашыу һалдатты Рәсәй әрмеһе сафына оҙатасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова






