Башҡортостан йәйге лагерҙарында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан балалар ял итә

Башҡортостан йәйге лагерҙарында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан ике меңләп бала ял итер тип көтөлә. Бөгөн бер төркөм ҡунаҡтарҙы Мәләүез һәм Ғафури райондары ҡабул итте. Балаларҙың ялы менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Фортепиано көйө аҫтында интеллектуаль уйын тағы ла еңел бирелә, күрәһең. Донецк халыҡ республикаһынан килгән балалар йәйге лагерҙың һәр көнөн күңелле һәм файҙалы үткәрә. Шуға ла бер генә сәғәтте лә улар әрәм итмәй. Көн тәртибенән тыш, үҙҙәре лә тәҡдимдәрҙе йыш индерә.

Ҡунаҡтар өсөн Ғафури районы лагерында бар шарттар тыуҙырылған. Ял үҙәгенең хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашыуы ғына ни тора! Балаларҙы ла һоҡландырғаны шул. Шуға ла уйындар ҙа башлыса саф һауала уҙғарыла. Донецк халыҡ республикаһы балаларына Табын ере буйлап экскурсия ла ойошторолған. Улар милли ҡомартҡылар, фольклор менән танышып ҡына ҡалмай, бында башҡорт балына дегустация ла үткәрелә.

Ғөмүмән, ғафуриҙар быйыл миҙгелгә ентекле әҙерләнгән. Төп иғтибар мәктәп янындағы лагерҙарға бүленә. Эш йыл башында башланып, май аҙағында уҡ тормошҡа ашырыла башлай.

Ә Ғафури районындағы берҙән-бер йәйге лагерь август аҙағына тиклем 4 сменала эшләйәсәк. Йыл һайын ял үҙәге 600-ҙән ашыу баланы ҡабул итә.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ