Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова шулай тип белдерҙе. Бөгөн Өфөлә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләнгән ойошма етәкселәренең Бөтә Рәсәй съезы үтә. Унда илдең 50-нән ашыу төбәгенән вәкилдәр ҡатнаша. “Етемдәрҙе ғаиләгә урынлаштырыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ”, - тине Ленара Иванова.
Республикала социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнгән балаларҙы ғаиләле итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Башҡортостан Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге директоры Таңһылыу Һөйөндөкова һөйләй.







