Республикала сүп-сар сығарыу өсөн яуаплы төбәк операторы эштән бушатылды

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Дүртөйлөмелиоводстрой” ойошмаһы менән килешеү өҙөлдө. Төбәк операторы республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары һәм ҡалалары өсөн яуаплы ине. Компания тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙа ғәйепләнә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында эшмәкәрлек дөрөҫ алып барылмаған. Тиҙҙән яңы төбәк операторы менән килешеү төҙөлөргә тейеш.

Фото №1 - Республикала сүп-сар сығарыу өсөн яуаплы төбәк операторы эштән бушатылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ