Тикшереү барышында, «Дүртөйлөмелиоводстрой» ойошмаһы эшмәкәрлегендә тәртип боҙоу осраҡтары асыҡланған. Һөҙөмтәлә компания төбәк операторы хоҡуғынан мәхрүм ителде.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнгән ойошма 2-се эшмәкәрлек зонаһына ҡараған. Был биләмәгә Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Асҡын, Балтас, Борай, Бөрө, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле һәм Яңауыл райондары инә.



