Һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионат хәрәкәтенең һайлап алыу этабы старт алды

170-тән ашыу компетенция буйынса ойошторолған конкурс колледж студенттары һәм мәктәп уҡыусылары араһында үтә.

Башҡортостан 7 компетенция буйынса ярыштарҙы ҡабул итә. Уларҙа Рәсәйҙең 33 төбәге вәкилдәре ҡатнаша. Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжына йыйылыусылар «Эске хәүефтән корпоратив һаҡланыу», «Смета эше», «Әйберҙәр интернеты» һәм «Янғын хәүефһеҙлеге» буйынса үҙ көстәрен һынай. Һуңғы компетенция производство бурыстарына яҡынлаштырылған практик йүнәлешле мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Конкурсанттарҙың оҫталығын абруйлы эксперттар баһалай.

Бөгөн конкурста ҡатнашыусылар автоцистернанан махсус ҡорамалдар һуҙыу, тын алыу өсөн шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, ҡазаға тарыусыға ярҙам күрһәтеү һәм янғын һүндереүҙә оҫталыҡтарын күрһәтә. Ярыш бик ҡыҙыу бара. Эксперттар һәр команданың тырышлығын объектив баһалай.

Динар Сәлихов, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғынға ҡаршы хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары

Төбәк-ара һайлап алыу этабы шулай уҡ Учалы тау сәнәғәте һәм Мәләүез күп профилле һөнәри колледждарында ла үтә. Профессиональ оҫталыҡ буйынса чемпионаттың финал ярыштары быйыл ноябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында уҙа.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ