Республикала 500 меңенсе янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы тапшырылды

Уға Стәрлетамаҡтан Айрат Әретҡолов эйә булды. Айрат - хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан замандашыбыҙ, ике бала атаһы.

Был турала мәғлүмәтте социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Башҡортостан - Рәсәйҙә 14 категория льготалы граждандар автоном янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын бюджет иҫәбенә алыусы берҙән-бер төбәк. Был исемлек даими рәүештә тулылана бара. 2018 йылдан алып төбәктә янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ярҙамында 975 кеше ғүмере, шул иҫәптән 356 бала ҡотҡарып ҡалынған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ