Уларҙы Башҡортостан башлығы исеменән республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров сәләмләне. Яугирҙар ҡуйылған бурыстарын теүәл үтәһен һәм өйҙәге мәшәҡәттәр тураһында борсолмаһын өсөн, улаҙарың ғаилә ағзаларын хәстәрләүҙе республика үҙ иңенә алды, тине Фәрит Риф улы
Хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһына яуҙирҙарҙың ғаиләләре, яҡындары, власть органдары вәкилдәре килде. Мобилизацияланыусылар туғыҙ ай хеҙмәттән һуң яҡындары менән осрашты, ике аҙна ял итте. Хәрбиҙәрҙе алып барған автобус кире юлда киләһе төркөм яугирҙарҙы ялға алып ҡайтыр тип көтөлә.






