8 июль Өфөнән Бөрөгә бушлай экскурсия автобусы йөрөйәсәк

Ҡалала Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан байрам ойошторола. Йола буйынса, Изге Троица кафедраль соборы эргәһендәге Октябрь майҙаны байрам үҙәгенә әйләнәсәк. Фестиваль сиктәрендә «Йәйғор» балалар ижады үҙәгендә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы үтә.

Байрам ҡунаҡтары өсөн күргәҙмә, уйын, йәрминкә майҙансыҡтары эшләй. Шулай уҡ ижади оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға һәм республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре ихаталары менән танышырға мөмкин. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә ҡунаҡ булараҡ - Марина һәм Дмитрий Харатьяндарҙың килеүе көтөлә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ