Ҡулдарына яңы барлыҡҡа килгән юғары уҡыу йортоноң дипломын алған йәштәр «Ватан» амфитеатрына йыйылды.
Майҙанда элекке ике уҡыу йорто студенттары тип уйламаҫһың да. Вальсты улар барыһы ла 5 йыл буйы бергә әйләнгәндәй бейей. Техник фәндәр, гуманитар өлкә белгестәре лә бер майҙанда өйрөлә. Һәм был күренеш элеккегә ҡарағанда күпкә дәртлерәк, көслөрәк күренә.
Өфө фән һәм технологиялар университетының тәүге сығарылышын тәбрикләргә тармаҡ министрлығы, ҡала етәкселеге лә килгән. Ни тиһәң дә, хәҙер был юғары уҡыу йорто иң күп студенттар туплаған белем усағы. Быйыл ғына ВУЗ 5 меңдән ашыу дипломлы йәш белгес сығара. Барлыҡ филиалдары менән һанағанда тәүге сығарылыш студенттары 7 мең ете йөҙҙән аша.
Ҡатмарлы сессия һәм диплом эштәренән һуң кисәге студенттар рәхәтләнеп күңел асты. Ә инде улар алдында Рәсәй эстрадаһының билдәле музыкаль төркөмө, яҡташтарыбыҙ «Пицца» төркөмө сығышы уҡыу йортонан ҙур бүләк булды.






