Барый Таһир улы һәм Сажиҙә Саҙир ҡыҙын Рәхмәтле туйҙарын билдәләй. Уларҙың ғаилә тарихы бөтәһе өсөн дә үрнәк булып тора. Бигерәк тә йәштәр ошондай парҙар тураһында белергә тейеш.
Барый һәм Сажиҙә Халиковтар икеһе лә Миәкә районы Яңы Ишле ауылынан. Улар бер мәктәптә уҡыған. Бер осорҙараҡ Өфөгә күсенгән. Барый Халиҡов оҙаҡ йылдар төҙөлөш тармағында эшләй. Салауатта - комбинат, Мәләүездә шәкәр заводы төҙөүҙә ҡатнаша.







