Республикала халыҡҡа ярты миллион янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы бирелгән
Мини-сирена өсөн сығымдар Башҡортостан ҡаҙнаһынан бүленә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләй.
Мини-сирена алыуға ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, Күп функциялы үҙәк, шулай уҡ дәүләт комитеты рәсми сайты аша бирергә була. Янғын иҫкәртеү үҙәгенә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Көндәр эҫе тороуға бәйле, республикала янғын хәүефе һаҡлана. Белгестәр халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефоны: 112.







