Бөгөн Баймаҡ районында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан бүләкләү сараһы уҙҙы. Унда күп балалы әсәләр һәм оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙы тәбрикләнеләр. Темәс ауылынан Гүзәл һәм Александр Лаврентьевтар 40 йыл бергә ғүмер итә. Июлдә улар рубин туйҙарын билдәләй.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө 8 июлдә билдәләнә. Төп саралар иртәгә Бөрөлә уҙа. Ҡалала ғаилә фестивале ойошторола. Уның барышында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы үтә. Майҙанда күңел-асыу саралары уҙғарыла, оҫтаханалар эшләй, милли аш-һыуҙарҙан ауыҙ итергә була. Байрамға ижади ғаилә Марина һәм Дмитрий Харатьяндар саҡырылған.








