Форумда илдең биш тиҫтәнән ашыу төбәгенән, шулай уҡ Тажикистан, Үзбәкстан һәм Беларусь республикаларынан 250-ләп вәкил ҡатнаша. Съезды уҙғарыу урыны ите тап Өфө һайланыуы осраҡлы түгел. Башҡортостан был өлкәлә бай тәжрибәгә эйә Рәсми мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, былтыр 129 етем бала ғаиләгә урынлаштырылған.
Бығаса ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар өсөн социаль приюттар яуап бирһә, бөгөн ул төрлө ведомстволар ҡарамағында. Съезд делегаттары Башҡортостан миҫалында, үҙ тәжрибәһен дә тәҡдим итәсәк. Форумда билдәләнеүенсә, һуңғы 10 йыл эсендә илдә етем балалар 65 процентҡа, йәғни 96 меңдән 34 меңгә тиклем кәмегән. Был иһә Рәсәй субъекттарында ойошмаларҙың комплекслы һәм системалы эш алып барыуы һөҙөмтәһе, тиелде сарала.






