Ярышта ҡатнашыусылар Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары буйлап уҙа. Ҡазан — Өфө — Мәскәү маршруты буйынса планлаштырылған ралли туғыҙ этапты эсенә ала. 20-нән ашыу илдән 750 спортсы 5 мең 230 километр самаһы юл үтергә тейеш.
Өфөлә тантаналы уҙыш бөгөн кискә тәғәйенләнгән. Артабан 8-се һәм 9 июлдә раллиҙы Әбйәлил һәм Учалы райондары, 10-ы Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары ҡабул итә. «Ебәк юлы» ҡатнашыусылары мотоциклдар, квадроциклдар, багги, внедорожниктар һәм йөк машиналарында хәрәкәт итә.






