Радий Хәбиров Өфөнөң 21-се лицейында ҡуйылған яңы программа тәьминәте эшмәкәрлеге менән танышты. Ул республика етәксеһе ҡушыуы буйынса мәғариф учреждениелары биләмәләрендә хәүефһеҙ мөхит булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Төбәктең мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, яңы видеокүҙәтеү системаһы бер йыл дауамында һыналған, ошо маҡсатта белгестәр тейешле әҙерлек үткән.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров интеллектуаль видеокүҙәтеү системаһын индереү мөһимлеген билдәләне. Ул тәү сиратта, төбәктең ҙур ҡалаларында беркетелә.



