Бәләкәй авиация проблемалары «Транспорт сәғәте»ндә ҡараласаҡ

Радий Хәбиров дөйөм тәғәйенләнештәге авиация мәсьәләләрен хөкүмәт кимәлендә тикшерергә тәҡдим итте. Был турала ул Кушнаренко районында урынлашҡан «Первушин» аэродромында уҙған 17-се Бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слетында белдерҙе. Йыл да уҙғарылған сағыу тамаша алдынан авиаторҙар тармаҡ үҫешен тотҡарлаған мәсьәләрҙе хәл итеүгә йыйылды. Юғары осошҡа нимә ҡамасаулай? Айнур Кәбиров репортажы.

Дмитрий бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған Совет осоро балаларының сағыу вәкиле. Һөнәре менән авиатор булмаһа ла, бар йәне, булмышы менән күктә. Уның ангарында машиналар түгел, ә робинсон вертолеты һәм легендар Як-12 а самолеты. Өфөгә лә ул тап самолетында килгән. Бөтә ғаиләһе, хатта этен дә ултыртып алып.

Уға һауаға күтәрелеү өсөн ни бары йөҙ метр арауыҡ та етә. 1946 йылда Сталиндың шәхси ҡушыуы буйынса барлыҡҡа килгән самолет йәшәйештең төрлө тармаҡтарында файҙалана. Юлһыҙ ерҙәргә почта ташыу, бәләгә тарығандарҙы эвакуациялау, пассажирҙар йөрөтөү һәм башҡа бик күп ауыр эштәр.

Шуға ҡарамаҫтан, Як-тар һаман сафта. Авиаторҙар слетында ла ул төп герой. Донъяла егерме генә ошондай самолет һаҡланған. Уларҙың 12-һе Рәсәйҙә. Шул иҫәптән береһе «Первушин» аэродромында. Әле иһә улар үтә лә мөһим бурыс үтәй. Йәш быуынды осоу эшенә өйрәтә. Сөнки балалар араһында летчик булырға хыялланыусылар юҡ кимәлендә. Ә еңел авиацияны байҙар шөғөлө тип кенә ҡабул итергә күнектек. Тап ошо проблемалар Рәсәй дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияһының өсөнсө конгресында өйрәнелде. Радий Хәбиров бәләкәй авиацияға мөмкин тиклем ярҙам итәсәген, ә проблемаларҙы «Транспорт сәғәтендә» тикшереү тәҡдимен белдерҙе.

Мәсьәлә ысынлап та киҫкен тора. Мәҫәлән Ҡушма Штаттарҙа 273 мең бәләкәй аваиация пилоты һәм шул сама осоу апараты иҫәпләнһә, Рәсәйҙә улар 9 мең тирәһе генә. «Первушин» аэродромында уҙғарылған авиаторҙар слеты тап ошо проблеманы хәл итеүҙең башы. Маҡсат - йәш быуынды осоу эшенә ылыҡтырыу.

«Первушин» аэродромында төрлө осор осоу техникаһын күрергә мөмкин. Уларҙың ҡайһы берҙәре һауаға күтәрелмәҫ төҫлө, әммә уларҙың күктә ниндәй трюктар яһауын күреп шаҡ ҡатырлыҡ.

Авиация һөйөүселәр слетының иң мауыҡтырғыс һәм сағыу көнө иртәгә көтөлә. «Первушин» аэродромына килеүселәрҙе юғары пилотаж, парашютсылар сығышы көтә. Ҡанатланмайынса бер кем ҡайтмаясаҡ, тип вәғәҙә итә ойоштороусылар.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ